Хөрмәтле Минзәлә Васил ҡыҙы! Иң…
Хөрмәтле Минзәлә Васил ҡыҙы! Иң матур булған байрамығыҙ , тыуған көнөгөҙ менән һеҙҙе!
Был көндө иң яҡшы теләктәрҙә ҡалам: һеҙҙең ишетер хәбәрҙәрегеҙ һөйөнөслө, йөрөгән юлдарығыҙ уң, торған ерегеҙ ҡотло, һаулығығыҙ ныҡлы, тормошоғоҙ бәрәкәтле булһын!
Алда торған хыялдарығыҙ тормошҡа ашып, тағы ла күберәк уңыштарға өлгәшергә яҙһын!
Балаларығыҙ, яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ һәр ваҡыт янығыҙҙа булып, һеҙҙе һөйөндөрөп торһон!
Тыуған көнөгөҙ менән!
Яҙмышыма рәхмәт.
Мәхрүм булмағанмын мөхәббәттән.
Парлы итеп беҙҙе яратканға,
Ярым-ярты ғына итмәгәнгә.
Яҙышыма рәхмәт.
Икебеҙҙе осраштырған кулай.
Беләм, уның йөрәгендә
Ғәйәт көслө хистәр тулай.
Яҙмышыма рәхмәт.
Парлы итеп беҙҙе яратканға.
Мин янғанда, ул — һыу,
Мин һыу булам, ул янғанда.
Рәхмәт, яҙмыш…
Халилова М.В.

