26 мартта Әхиәр Хәкимов музейында…
26 мартта Әхиәр Хәкимов музейында шағирә, тәржемәсе һәм публицист Тамара Искәндәриә, һәм шағир
Ғәлимов Сәләм исемендәғе премия лауреаты Хисмәтулла Юлдашев ,«Ағиҙел» журналы журналисы Гөлнара Хәлфетдинова менән осрашыу үтте.
Тамара Искәндәриәнең ижады заман, быуындар яҙмышы, изгелек һәм яуызлыҡ, мөхәббәт тураһында тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙары менән айырылып тора.
Уның татар телендәге «Оҙайлы төндән һуң таң» шиғырҙар китабы Ҡазан ҡалаһында баҫылып сыҡты. Шағирәнең йыйынтығын Татарстандың билдәле әҙиптәре юғары баһаланы
Осрашыуҙа » Дим» әҙәби берекмәһе ағзалары ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы.
#МузейАхияраХакииоаа
Видео от Музей Ахияра Хакимова

