Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

ДУМБЫРА СЫҢЫ Әхиәр Хәкимгә Ишетелә…

ДУМБЫРА СЫҢЫ
Әхиәр Хәкимгә

Ишетелә бер моң дала иңләп,
Күңелдәрҙең йәрәхәтен имләп.
Кемдер берәү ҡылҡумыҙҙа уйнай,
Думбыраһын сиртеп, йәнә тыңлай…

Тыңлай егет:
Эй шыбырлай ҡылған,
Уға күпме быуат моңо һыйған!
Иҙеүкәйҙәр, Мораҙымдар юлы
Яу туҙаны, ыҫлы саңға тулған.

Ҡылғандарҙа тулҡын ҡыуҙы ҡамсы –
Дала һулышынан һил тын алсы!
Толомонда сулпы сыңлағанда
Ҡушылып көлә һымаҡ Көмөш Тамсы!

Исемең һинең Һабрау булды микән?
Сабырлыҡтар үҙәгеңә үткән.
Төтөн, янғын эстәрендә ҡалып,
Халҡым һинең әйтер һүҙҙе көткән.

Ҡәүемемдә ғәжәп йыраусыны,
Йөҙйәшәр ҡарт – ғүмер юраусыны
Һабрау сәсән тиеп ололарҙар,
Эй яңғырар думбыра ла сыңы!

Думбыра сыңы
Уятыр ҙа ғәмде,
Халыҡ күңелендәге барса йәмде.
«Бөйөк халыҡ вариҫы һеҙ!» – тиеп,
Ҡуҙғытһа ла таман ғәрсел сәмде!

Ҡаруан-ҡаруан ваҡыт төпкөлөнән,
Ҡағып-һуғып алып ҡом-көлөнән,
Тарих һөйләр әҫәреңә сумам,
Илһам алып алһыу таң еленән.

Әхиәр ағай, һин үҙең дә бөгөн
Артмаҡлайһың Һабрау сәсән йөгөн –
Асаһың һин дәүер көҙгөһөндә
Башҡортомдоң аҫыл, уйсан йөҙөн!

Тамара Искәндәриә,
Әхиәр Хәким исемендәге премия лауреаты.