Рәсимә апайҙың яҡты иҫтәлегенә *…
Рәсимә апайҙың яҡты иҫтәлегенә
* * *
Күкрәп килгән йәй һулышы көлөп,
Вәғәҙәләй ине һил миҙгел.
Бер ҡараһаң иртә сыуаҡ ине,
Болоттарҙан йылға тим-тимгел.
Дөбөрләтеп ямғыр ҡойоп үтә,
Яҙ еҫтәре тула июлгә.
Затлы ҡатын кеүек йәй уртаһы
Баҙыҡ төҫтән йыйнаҡ кейенгән.
Ҡайнар тыны бөркөлөп тә ҡуя,
Тупырлаша ҡырҙа еләктәр.
Үлән эстәрендә бешкән емеш –
Сабый баҡҡан кеүек йүргәктән.
Йәйҙәр йәшнәп, күкрәп тора ине,
Баҙыҡ ине төҫө эңерҙең.
Шундай мәлдә һин ҡайҙарҙа инең?
Еләк ҡапмай микән тилмерҙең?..
Шундай саҡта мин ҡайҙарҙа инем?
Йыйған еләктәрем түгелде.
Һағыштарҙы әллә тойҙоң микән,
“Туғанҡайым!” – тигән һүҙ килде…
Лариса Абдуллина
2015

