Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

Ә. Х. Хәкимовтың мемориаль йорт-музейында…

Ә. Х. Хәкимовтың мемориаль йорт-музейында ойошторолған йәйге лагерҙың беренсе көнө йәш ҡатнашыусылар өсөн иҫтәлекле һәм күңелле үтте!

Беренсе көнөбөҙ музей буйлап мауыҡтырғыс экскурсиянан башланды. Балалар билдәле яҙыусының тормошо һәм ижады менән танышты.

Шулай уҡ уҡыусылар тәүге ярҙам нигеҙҙәре буйынса етди, әммә мөһим дәрестә ҡатнашты.

Көндөң икенсе яртыһында музей директоры Марсель Айрат улы уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Ваҡиғаларға бай көн балалар үҙҙәре бешергән тәмле ҡоймаҡ һәм хуш еҫле ҡурай еләге ҡайнатмаһы менән самауырҙан сәй эсеү менән тамамланды.