Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһының Әхиәр Хәкимов…

Бөгөн Дәүләкән ҡалаһының Әхиәр Хәкимов музейы хеҙмәткәрҙәре ( музей директоры М. А. Ғәлимов, ғилми хеҙмәткәр Мөсәғитова З. Ғ. )һәм » Дим» әҙәби берекмәһе ағзалары ( Ғәскәрова Г. И., Мәгәсумова Н. Ф., Хәлилова М. В.) Ҡырмыҫҡалы районында ижади осрашыуҙарҙа булды. Тәүҙә 1953-56 йылдарҙа Әхиәр Хәким уҡытыусы булып эшләгән Иҫке Муса урта мәктәбендә матур осрашыу уҙҙы. Дәүләкәндәр хужаларҙы музей эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, китаптар бүләк итте. Артабан генерал Шайморатовтың тыуған ауылына юл тоттоҡ. Батыр тураһында фильм ҡарау, экспозициялар бик оҡшаны. Осрашыуҙар Ибраһим ауылында тамамланды. Беҙҙе М. Өмөтбаев музейы хеҙмәткәрҙәре ололап ҡаршы алды. Урындағы сәсәндәрҙең, шағирҙарҙың ижады менән танышыу мөмкинлеге лә булды. » Дим» әҙәби берекмәһе ағзалары ла үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы,музейға Ә. Хәкимдең 95 йыллыҡ юбилейына арнап сығарылған » Асылыкүл ынйылары»исемле альманахтарын бүләк итте. Осрашыу ике яҡ өсөн дә бик файҙалы үтте. Йәмле йәй көндәрендә Дәүләкән ерендә осрашырға һөйләшеп таралышты ижадташтар