Бөгөн Дәүләкән ҡалаһының лицей- интернатында 14 декабрь- Башҡорт..
Минзаля Халилова
Бөгөн Дәүләкән ҡалаһының лицей- интернатында 14 декабрь- Башҡорт теле көнөнә арналған матур сара үтте.
Дәүләкән район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған был осрашыуға » Дим» әҙәби берекмәһе ағзалары- БР һәм РФ яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлфирә Ғәсҡәрова, ветеран- уҡытыусы Фәрбиҙә Муллабаева һәм ошо юлдар авторы саҡырылғайны. Ҡунаҡтарҙың сығышы уҡыусыларҙың шиғырҙары, йырҙары менән үрелеп барҙы. Китапханасылар матур күргәҙмә лә ойошторғайны. Осрашыу ике яҡ өсөн дә бик файҙалы үтте. Шундай матур сара өсөн район китапхана хеҙмәткәрҙәренә ( Ҡотлоғәлләмова Рәйсә Байтимер ҡыҙына, Мостафина Дамира Мәхмүт ҡыҙына), лицей- интернаттың уҡытыусылар, уҡыусылар коллективына ҙур рәхмәт.










