Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

БАШКОРТ ҠАНЫ АҒА ТАМЫРЫМДАН… Тамырымдан аға башкорт..

БАШКОРТ ҠАНЫ АҒА ТАМЫРЫМДАН…

Тамырымдан аға башкорт ҡаны,
Башкорт йәне тулай тәнемдә.
Йөрәгемде биләй халкым рухы,
Сәңгелдәктән якын күңелгә.

Ҡурай моңо арбай, албырғата,
Быуындарҙан күскән быуынға.
Көй-моңдары күңелемә һеңгән,
Мин ғашиҡмын башкорт йырына.

Тамырымдан башкорт ҡаны аға,
Башкортлоғом күскән быуаттарҙан,
Тәу ҡат тәпәй баҫҡан еркәйемдән
Ғәзизерәк бүтән урын юҡ.

Башкортлоғом күскән быуаттарҙан,
Туған телем — иң ҙур уңышым.
Мираҫ миңә халкым сифатының
Ябайлығы — бөтә булмышым.

МИҢЗӘЛӘ ХӘЛИЛОВА

#Давлеканово #культурадавлеканово #МузейАхияраХакимова #кудасходитьдавлеканово #башкортостан_республика #башкортостан