«Башҡортостан» (Р.Ураҡсина) Башҡортостан – баш илем, Йыһандағы..
«Башҡортостан» (Р.Ураҡсина)
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле–татлы һыуҙарым.
Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.
#Давлеканово #культурадавлеканово #МузейАхияраХакимова #кудасходитьдавлеканово #башкортостан_республика #башкортостан


