Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

Бөгөн Дәүләкәндә Әхиәр Хәкимдең йорт- музейында ” Дим” әҙәби..

2023-12-30 12:15:38 GMT+00:00Минзаля Халилова
Бөгөн Дәүләкәндә Әхиәр Хәкимдең йорт- музейында ” Дим” әҙәби берекмәһе ағзаларының 2023 йылға эш һөҙөмтәләрен барланыҡ. Иң әүҙем ижадсыларыбыҙ маҡтау ҡағыҙҙары алып ҡыуанды. Алдағы йылға эш планы раҫланды. Яңы йыл алдынан ойошторолған был сара күңелдәрҙе күтәрҙе, ижад итеүгә этәргес булды. Сәй өҫтәле артында шиғырҙар тыңланыҡ, йырҙар йырланыҡ! Инде һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған Фәнүр ағай Низаметдинов был сараны музыкаль яҡтан биҙәне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡтау грамотаһы ла мине көтөп музейҙа ятҡан икән! Рауза апай Низаметдинова минең юбилейыма тәғәйенләп бәйләгән аҡ шәлен иңемә һалды! Рәхмәтлемен!!!