Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

Бөгөн Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар..

2023-12-08 17:13:24 GMT+00:00Минзаля Халилова
Бөгөн Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы һәм ” Бельское просторы” журналы менән берлектә ойошторолған ” Салауат ерендә” исемле тәржемәселәр конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһы уҙҙы. Дәүләкән районынан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, ” Дим” әҙәби берекмәһе ағзаһы, тәржемәсе, Әхиәр Хәким премияһы лауреаты Гөлфирә Ильяс ҡыҙы Ғәскәрова ошо конкурстың еңеүселәре исемлегендә! Беҙ уны был уңышы менән ҡотлайбыҙ! Алға, еңеүҙәргә, Гөлфирә Ильяс ҡыҙы! 3- сө башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алина Ильясова өсөн дә бик шатбыҙ! Дәүләкәндәргә афарин!