Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

График работы


-
-
-

Ул изгелек һәм яҡтылыҡ уҡытыусыһы ине… Бөгөн 25 октябрҙә Яңы..

Ул изгелек һәм яҡтылыҡ уҡытыусыһы ине…

Бөгөн 25 октябрҙә Яңы Яппар ауылында, яҡташыбыҙ, балалар яҙыусыһы Рәсимә Тимербулат ҡыҙы Ураҡсина иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе булып үтте.
Кисә, Ҡаҙанғол ауылы советы берлегендә, китапханасылар,клуб, мәктәп һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең ярҙамында ойошторолдо. Унда шулай уҡ Ә.Хәким исемендәге музей хеҙмәткәрҙәре, район культура йорто вәкилдәре, “Дим” әҙәби берекмәһе ағзалары ла ҡатнашты. Хәтер кисәһенә шулай уҡ Рәсимә Ураҡсинаның апаһы Миңлеәхмәтова Рәйсә, балалыҡ дуҫы Ҡолоева Нәбирә Фәзлиәхмәт ҡыҙы һәм бик күп кенә ауылдаштары килгәйне. Уларҙың сығыштарында оло шәхес, билдәле яҙыусы тураһында хәтирәләр, иҫтәлектәр яңғыраны. Рәсимә Тимербулат ҡыҙы башҡарыуында видеотаҫмала йыр ҙа тыңлап үттеләр. Районыбыҙҙың данлыҡлы кешеләре тураһында хәтирәләр күңелдәрҙә һаҡланып, киләһе быуындарға ла етһен ине!

#культурадавлеканово #МузейАхияраХакимова#кудасходитьдавлеканово#РасимаУраксина
#учительдоброты