Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

Беҙҙең музейҙа “Йәшлек” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына һәм Рәсәйҙә..

Беҙҙең музейҙа “Йәшлек” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап ойошторолған “Изге һөнәрле ижадсы” әҙәби проекты сиктәрендә осрашыу үтте. Унда районыбыҙҙың әҙәби ижад һөйөүсе элекке һәм бөгөнгө уҡытыусылары ҡатнашты.
“Йәшлек” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлнур Ҡыуатова, проекттың маҡсатын һәм бурыстарын билдәләп, шиғриәткә, ғөмүмән, әҙәбиәткә ғашиҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмөнә баҫма етәкселегенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ижадсы уҡытыусылар иһә үҙҙәренең тормош һәм хеҙмәт юлы менән ҡыҫҡаса таныштырып, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.