Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

#БашРедактор Ҡыҙыма Һорарһың бер саҡ: «Илебеҙ Башлана, – тиеп,..

2023-06-12 13:39:40 GMT+00:00Башредактор: онлайн-издательство
#БашРедактор

Ҡыҙыма

Һорарһың бер саҡ: «Илебеҙ
Башлана, – тиеп, – ҡайҙан?..»
Ул башлана тыуған өйҙән,
Әсәй менән атайҙан.

Йәнтөйәгең – ҡурай моңо,
Өләсәй әкиәттәре,
Күпереп бешкән аҡ күмәс,
Еҙ тәңкә, еҫле әрем…

«Ә Ватандың сиге ҡайҙа?..» –
Һорашырһың, моғайын.
Уның офоғо киңәйә
Һин тауға менгән һайын.

Тыуған ерҙең еле – дауа,
Моңло уның һәр ҡошо!
…Ошо беҙҙең Ватаныбыҙ,
Йәнтөйәгебеҙ ошо.

[id78740976|Олеся Әхмәтрәхимова].