Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

Йәнбәк мәктәбендә ҡунаҡта

24 октябрь көндө «Дим» әҙәби берекмәһе ағзалары Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимдең тыуған ауылы Яңы Йәнбәктә осрашыу кисәһе үткәрҙе.

24 октябрь көндө «Дим» әҙәби берекмәһе ағзалары Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимдең тыуған ауылы Яңы Йәнбәктә осрашыу кисәһе үткәрҙе. Был сара яҙыусының юбилейынса бағышлап өс телдә нәшер ителгән «Күңел моңдары» альманахы менән таныштырыу маҡсатында уҙғарылды. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар китап авторҙарының һәр береһенең сығышын ҡул сабып ҡаршы алды. Осрашыу кисәһе бер тынала үтте. Шағирҙар һәм яҙыусылар автографлы китаптарын бүләк итте. Был сараны ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн Дәүләкән районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әхмәтрәхимов Рәфис Вәкил улына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Шулай уҡ Әхиәр Хәкимов исемендәге Яңы Йәнбәк мәктәбенең уҡытыусылар коллективына, мәктәп директоры Туҡаева Эльвира Ришат ҡыҙына, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғиниәтуллина Флүзә Нәғим ҡыҙына, Әхиәр Хәкимдең йорт-музейы директоы вазифаһын башҡарыусы Миңләхмәтова Регина Ринат ҡыҙына рәхмәттәребеҙ сикһеҙ!
«Дим» әҙәби берекмәһе етәксеһе М. Хәлилова.