Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

✨»Башҡортостандың әҙәби картаһы» проекты буйынса…

✨»Башҡортостандың әҙәби картаһы» проекты буйынса бөгөн Яҙыусылар йортонда дәүләкәндәр йыйылды.

Дәүләкән районының «Дим» әҙәби берекмәһе быйыл 30 йыллығын билдәләй🔥 Берекмә ағзаларын Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина, шағирҙар Хисмәт Юлдашев, Әхмәр Үтәбай, Тамара Искәндәриә, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова ҡотланы.

Сараны Дәүләкән районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең сығыштары биҙәне. «Дим» әҙәби берекмәһе ағзалары үҙ ижадтары менән таныштырҙы. Шулай уҡ ҡунаҡтар «Литератор. Воин. Гражданин» тип аталған Әхиәр Хәкимгә, «Дим»дәр ижадына арналған күргәҙмә лә әҙерләгән.

Әҙәби-музыкаль ҡунаҡхананы «Дим» әҙәби берекмәһе етәксеһе Миңзәлә Хәлилова алып барҙы. Дәүләкән районының мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Рәфис Әхмәтрәхимов сараны ойоштороуҙа булышлыҡ иткән өсөн Яҙыусылар союзына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Шундай матур кисә бүләк иткән дәүләкәндәргә ҙур рәхмәт!👏👏👏👏