Бөгөн Дәүләкән ҡалаһының мәшғүллек үҙәгендә…
Бөгөн Дәүләкән ҡалаһының мәшғүллек үҙәгендә Башкортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллинаның » Позывной «Башкир» китабының исем туйы үтте. Был сараға МХО- ла һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре, ҡатындары, туғандары ла саҡырылғайны. Шағирә китапҡа ингән батырҙар тураһында һөйләне, сарала ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре матур йырҙар, моңло көйҙәр бүләк итте. Осрашыуҙы Дәүләкән районы башҡорттарының ҡоролтай рәйесе Ҡотлоғәлләмов Ғарифулла Шәрифулла улы, Заһитова Рәшиҙә Минислам ҡыҙы ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусыларға Лариса Абдуллинаның китабы бүләккә таратылды, әҙибәнән автографтар алыу бәхете лә тейҙе.

