Башҡорт халҡының Мең ырыуы йыйыны…
Башҡорт халҡының Мең ырыуы йыйыны ял көндәремдең әһәмиәтле ваҡиғаһына әйләнде. Сөнки, нимә генә тимә, һынаулы заманда уйһыҙ ҙа иле киләсәге хаҡында уйланыр.
Сара барышында яңы етәксе, ҡор башы итеп йәмәғәт эшмәкәре Альфред Шаймарданов һайланды. Был ҡарар ырыуҙаштарҙың үҫешкә һәм йолаларҙы һаҡлауға, һөҙөмтәле эшкә булған ынтылышын күрһәтә.
Минең өсөн Мең ырыуы йыйыны эшлекле тәҡдимдәр, киләсәкле маҡсаттар менән уҙыуы бик ҡыуаныслы булды. Һәр кем үҙ сығышында төп эш йәш быуын менән барырға тейешлегенә баҫым яһаны. Әйткәндәй, минең әсәйем – Мең ырыуынан. Шуға күрә ырыуыбыҙҙың тарихы, тамырҙары һәм рухи мираҫы миңә бик ҡәҙерле. Нисәмә быуын олатайҙарым һөнәри хәрби булып ил һағында торған, ер намыҫын яҡлаған.
Эйе, бөгөн иң мөһим бурыстарҙың береһе – балалар һәм йәштәр менән эш. Шуға күрә уларға дөрөҫ тәрбиә биреү, милли ҡиммәттәрҙе еткереү, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау – уртаҡ бурыс. Иң мөҡәддәс бурыс.
Һәр саҡ арҡа терәп эшләгән билдәле ырыуҙаштарым Филүс Хәлиуллин, Мирғәсим Әкимбәтов, Рәфис Ҡарағолов, Рәфис Әхмәтрәхимов, Фәнил Заманов, Флорида Байкова, Элиза Шәфиева, Ләйлә Ғүмәрова, Гөлфирә Әхмәтшина артабан да берҙәм, әүҙем эше менән ҡыуандырыр, тип өмөт итәм. Артур Солтанов, Илмир Әхмәтгәрәев кеүек йәштәрҙең яңы Советҡа һайланыуы – бик ҡыуандырҙы. Улар әлегә тиклем дә Дәүләкән районында ғына түгел, Башҡортостан буйлап халҡыбыҙ данын ҡеүәтләп эш алып бара ине, хәҙер инде тағы киңерәк масштабҡа егелерҙәр. Иң мөһиме – барыһы ла эш кешеләре, ә ҡоро хәбәр һөйләп йөрөгән заттарҙан түгел. Мең ырыуы артабан да берҙәмлеген нығытып, быуындар бәйләнешен һаҡлап, башҡорт халҡы үҫешенә ҙур өлөшөн индерер, тигән өмөтөм нигеҙле һәм ҙур минең.
Собрание рода Мең башкирского народа стало значимым событием моих выходных. Ведь как ни крути, в непростое время даже самый беспечный человек задумывается о будущем своей страны, своего народа. В ходе мероприятия новым руководителем рода был избран общественный деятель Альфред Шаймарданов. Это решение показало стремление представителей рода к развитию и сохранению традиций.
Для меня особенно радостно, что собрание рода Мең прошло с деловыми предложениями и перспективными целями. Каждый в своем выступлении подчеркивал, что основная работа должна вестись с молодым поколением. Кстати, моя мама -.из рода Мең. Поэтому история, корни и духовное наследие нашего рода для меня очень дороги. Многие поколения моих предков были профессиональными военными, стояли на защите страны и отстаивали честь родной земли.
Да, сегодня одна из важнейших задач — работа с детьми и молодежью. Наше будущее в их руках, поэтому правильное воспитание, передача национальных ценностей, сохранение языка и культуры — наша общая обязанность. Самая священная обязанность.
Надеюсь, что мои уважаемые сородичи Филюс Халиуллин, Миргасим Акимбетов, Рафис Карагулов, Рафис Ахметрахимов, Фаниль Заманов, Флорида Байкова, Элиза Шафиева, Ляйля Гумарова, Гульфира Ахметшина и впредь будут радовать своей сплоченной и активной работой. Порадовало и избрание в новый Совет таких молодых людей, как Артур Султанов и Ильмир Ахметгареев. Они уже и ранее активно работали не только в Давлекановском районе, но и по всему Башкортостану, прославляя наш народ, а теперь смогут действовать еще шире. Самое главное — все они люди дела, а не пустых разговоров.
Уверена, что род Мең и дальше будет укреплять свое единство, сохранять связь поколений и вносить значительный вклад в развитие башкирского народа — и моя надежда на это крепка и обоснована.
Лариса Абдуллина.

