Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

БР Милли әҙәбиәт музейы филиалы…

БР Милли әҙәбиәт музейы филиалы М.Аҡмулла музейында, халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы Дәүләкән һәм Миәкә райондарының ижад кешеләре менән осрашыу кисәһе үтте. Кисәлә Дәүләкән ҡалаһының Әхиәр Хәкимов музейы хеҙмәткәрҙәре хеҙмәткәрҙәре: Ғәлимов Марсель Айрат улы — музей директоры,»Батырлыҡ» ордены кавалеры, ғилми хеҙмәткәр — Мөсәғитова Зимфира Ғәндәлиф ҡыҙы һәм «Дим» әҙәби берекмәһе ағзалары: Хәлилова Миңзәлә Вәсил ҡыҙы — Дим әҙәби берекмәһе етәксеһе, БР һәм РФ яҙыусылар союзы ағзаһы; Мәғәсүмова Нәжиә Фәрит ҡыҙы , Муллабаева Фәрбиҙә Булатовна, Ҡотлоғәләмова Рәйсә Биктимеровна – Дәүләкән ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү бүлегенең баш китапханасыһы килде. Был ижади кисәлә Миәкәнән сәсәниә, шағирә, ҡул эштәре оҫтаһы, эшҡыуар Рәсимә Мостафина, Миәкә районының ветерандар советы рәйесе Нәбирә Хәмзиевна Фәхретдинова, Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы, шағирә Люциә Хәйҙәр ҡыҙы, Сафар ауылының шиғырҙар ижад итеүсе, хеҙмәт ветераны Гөлйыһан Ғиззәтуллина, Сафар ауылының мәҙәниәт йорто мөдире Әнисә Шайгарданова ҡатнашты.Осрашыу ике яҡ өсөн дә бик файҙалы үтте. «Дуҫлыҡ бүлешкәндән генә арта» — тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәрим. Илһам да бүлешкәндән генә ишәйә. Кисәлә ҡатнашыусы һәр ижадсы үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Сығыштарҙың ҡайһыһы тетрәндереп, күҙ йәштәре аша тыңланылһа, ҡайһылары юмор менән үрелеп, рәхәтләнеп көлөргә мәжбүр итте.
Ҡунаҡтарыбыҙ музей менән ихлас танышты. Музей хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар. Беҙ ошондай матурлыҡҡа, әҙәбиәткә ғашиҡ кешеләр менән аралашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Бәйләнештәр артабан да өҙөлмәһен тигән теләктә ҡалабыҙ! Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!#НЛМРБ#музейМАкмуллы#ижадкешеләре#осрашыу