Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

8 июнь — «Урал батыр»…

8 июнь — «Урал батыр» эпосы көнө!
✨Иң боронғо мифологик эпостарыбыҙҙың береһе «Заятүләк менән Һыуһылыу»ҙың күпселек варианттары беҙҙең ауылда (Дәүләкән районы, Мәкәш ауылы) яҙып алынған☝️
✨Диссертацияға тема һайлау мәле еткәс, ғилми етәксем Гөлнур Хөсәйенова был эпостың әлегә монографик планда махсус өйрәнелмәгәнлеге тураһында әйтте һәм ғилми эшемде тыуған яҡ ҡомартҡыһына бәйләү дөрөҫ булыр, тине. «Һин дә атҡарып сыҡмаһаң, кем эшләргә тейеш?» — тип тә өҫтәгәс, миңә етә ҡалды 😀
✨Был эште үҙемдең бурысым тип ҡабул иттем, бик етди тотондом. Төрлө урау юлдар аша булһа ла, осона сыҡтыҡ, Аллаға шөкөр! (Быға ныҡышмаллыҡ ҡына түгел, тыуған яғымдың, яҡташтарымдың ышанысын аҡлау теләге лә булышлыҡ иткәндер) 🤗
✨Шуға ла бөгөнгө дата минең өсөн бик әһәмиәтле. Был байрамды мин Башҡорт Эпосы көнө, ғөмүмән Башҡорт Халыҡ Ижады көнө тип ҡабул итәм. Сөнки «Урал батыр» янында һәр ҡайһыһының үҙ нуры, үҙ биҙәге булған тәрән йөкмәткеле башҡа эпостарыбыҙ, төрлө жанрҙағы бихисап рухи ынйылар ҙа тора ❤️
✨Күптән кәрәкле Байрам: ҡомартҡыларыбыҙға, тарихыбыҙға ихтирам билдәһе, уларҙы өйрәнеүгә этәргес. Йылына бер үткәрелгән сағыу тамаша форматында ғына ҡалмаһа, тағы ла яҡшы, әлбиттә👀
✨Беҙҙең фольклорыбыҙ ныҡ бай, тәрән. Һәр ынйы бөртөгөндә халҡыбыҙҙың аҡылы, фәлсәфәүи фекерҙәре, тормошҡа ҡарашы сағыла. Уларҙы өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле…💯
❤️❤️❤️
✨Сегодня в Республике Башкортостан впервые отмечается День эпоса «Урал батыр». Для меня, фольклориста-эпосоведа, это очень значимый день. Я воспринимаю его как Праздник Башкирских эпосов, Башкирского фольклора❤️
✨У нас очень богатое духовное наследие, оно подобно бескрайнему океану. Здесь каждая жемчужинка заслуживает специального рассмотрения, изучения. Наши эпосы, сказки, песни и др. отражают глубокую мудрость народа, его философию, взгляды на жизнь. Это целый мир, где можно найти ответы на все вопросы💯

#БашкирскийФольклор #Эпос #Мифология #ЗаятүләкМенәнҺыуһылыу #УралБатыр