Беҙҙең музейға февраль айында ҡыштың…
Беҙҙең музейға февраль айында ҡыштың һалҡын бер көнөнә йылылыҡ өҫтәп Дәүләкән районынан беҙҙең коллегалар – Әхиәр Хәкимов музейы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең райондарында эшләп килгән “Дим” әҙәби ойошмаһы менән берлектә сәфәр ҡылғайнылар. Ҡунаҡтарҙы беҙҙең райондың шәхестәре тураһында күберәк мәғлүмәт белеү, хөрмәт күрһәтеү ниәте алып килгәйне. Бер ыңғай Әхиәр Хәкимов директор булып эшләгән Иҫке Муса ауылы мәктәбендә лә булдылар. Яуап итеп беҙҙе лә үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырғайны, бына беҙҙең дә юл Дәүләкәнгә төштө. Коллегабыҙ, Әхиәр Хәкимов музейының ғилми хеҙмәткәре Земфира Мөсәғитова матур осрашыу ойошторҙо. Ҡырмыҫҡалынан музей хеҙмәткәрҙәре менән бергә Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, БР башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Фәүзиә Латыпова, сәсән телле Сажиҙә Әхмәҙиева ла барҙы. Олоғая барғанда ғына ижади һәләте асылған Сажиҙә Әхмәҙиева бөгөнгө көн үҙәгендә торған темаға арналған, үҙе сығарған шиғырҙы һөйләп ишеттерҙе. “Дим” әҙәби ойошмаһы әҙиптәре менән осрашыу, аралашыу бик күңелле булды. Мәғариф ветераны, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, тәржемәсе Гөлфирә Ғәсҡәрова беҙҙең музейға үҙе руссаға тәржемә иткән Мөнир Ҡунафиндың “СВО. Я вышел из боя живым” тигән китапты бүләк итте. шулай уҡ «Дим» әҙәби ойошмаһы ағзалары БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, мәғариф ветераны, сәсәниә Минзәлә Хәлилова, ижадсылар Фәрбидә Муллабаева, Нажиә Мәғәсүмова, Земфира Атанғолова, Фәнүр Низаметдинов һәм уның хәләл ефете Роза апай менән аралашыуҙар күңелдә яҡшы тойғолар ҡалдырҙы. Музейҙар араһындағы үҙ-ара хеҙмәттәшлек, осрашыуҙар бик фәһемле, кәрәкле булыуына инанып, тағы ла осрашыуҙар булдырырға килешеп таралаштыҡ. Коллегаларға, ижадсыларға эштәрендә, шәхси тормоштарында уңыштар теләйбеҙ!

