Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

Яҙғы этюд Боҙ юрғанын ырғытҡан…

Яҙғы этюд
Боҙ юрғанын ырғытҡан да
Йылға йүгереп киткән.
Ҡарҙар сохарый шикелле
Кетерләп тора кистән.
Ҡояш алһыу яулык япҡан
Алыҫтағы тауҙарға,
Алтын еп булып ҡайыла
Һуңғы яуған ҡарҙарға.
Етемһерәгән оялар —
Хужа ҡоштарын көтә,
Һыуык тартыша, ҡарыша,
Үсегеп битте өтә.
Һәр яҙ ерем, балаларын
Ҡөтөп алган әсәләй,
Мөхәббәте — ҡайтыр ҡошто.
Рәсимә Ураксина.
Бәләләрҙән әрсәләй.
Зәңгәр ҡапҡаһын шар аса,
Биттәрен йыуа һала,
Башына умырзаялы
Яулығын бәйләп ала.
Рәсимә Ураксина.

#музеиРБ#Давлеканово #культурадавлеканово #МузейАхияраХакимова