Бөгөн Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге…
Бөгөн Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында БСТ каналында барған » Әсәй»» -Мама» тапшырыуының геройҙарын саҡырып, хәйриә концерты ойошторҙолар. Республикабыҙҙың билдәле йырсылары һалдат әсәләрен матур йырҙары менән ҡыуандырҙы. . Шундай матур сара өсөн ойоштороусыларға, журналистарға,шәхсән Рәйсә Абдуллинаға,транспорт менән ярҙам иткән райондың мәҙәниәт бүлегенә ( Әхмәтрәхимов Рәфис Вәкил улына) ысын йөрәктән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм! БДУ-ла бергә уҡыған төркөмдәштәремде күреү ҙә оло бер ҡыуаныс булды

