#йәш_яҙыусылар_семинары #ФБиТФ_Молодежь_Стерлитамака Республика..
Факультет башкирск. и тюркск. филологии СФ УУНиТ
#йәш_яҙыусылар_семинары
#ФБиТФ_Молодежь_Стерлитамака
Республика йәш яҙыусылар семинарында Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы тәбиғи фәндәр факультетының 4 курс студенты Гөлүзә Әхмәҙиева ла ҡатнашты. Гөлүзә Дәүләкән районы Фариҙун ауылынан. Бөгөн ул уҡып та, Дәүләкән ҡалаһында уҡытыусы булып эшләп тә йөрөй. Семинарҙа шағир Әҡсән Хәлилов Гөлүзәнең шиғырҙарын өмөтлө тип баһаланы һәм үҙенең автографлы китабын бүләк итте. Иғтибарығыҙға Гөлүзә Әхмәҙиеваның бер-нисә шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
ШИҒЫР
Йоҡлатмай ул төндә,
Ял итергә бирмәй,
Күҙ йомғанды көтә,
Шунан уттай өтә.
Ошондай ҡылыҡтары,
Ныҡ асыуландырыуы
Күңелгә тейеп бөттө.
Түҙемем минең бөттө.
Тик уға нимә инде?
Барыбер тырнай йәнде.
Ҡыҫалалай бер ҡыҫа,
Тынлыҡты урлап ҡаса.
Күңелде мең ҡат кисер,
Йөрәкте үтә тишер.
Уны белә һәр шағир,
Ул бит – талапсан шиғыр!
Ашыға ҡыш
Көҙгө елдәр алып килде
Һалҡын ҡыштың хәбәрен:
«Ашығып киләм инде,
Бейәләйең бәйләнең?»
Яҡын хәҙер беҙгә ҡышҡай,
Әҙерләнә торайыҡ.
Йәһәт ал санаңды, дуҫҡай,
Ҡышҡа ҡарап ҡуяйыҡ!
Һиҙмәҫһең дә, килер ҡыштар,
Алтын көҙ күпкә түгел –
Күлдәр туңыр, яуыр ҡарҙар.
Шуны еткерҙе был ел.
Яҙ
Атҡан таңым бөгөн башҡа:
Ҡояш балҡып яна тышта,
Иреп аға ерҙән һыуҙар,
Илап һүнә күлдә боҙҙар.
Умырзая сәскә ата,
Йылы яҡтан ҡоштар ҡайта.
Гөрләүектәр эш башлаған.
Ҡояш тауҙа ҡар ашаған.



