Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү..
Давлекановский районный Дом культуры
Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән
Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!
Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен. Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын. “Туған тел!» һүҙе беҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз булһын! Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, якын булһын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.
Телебеҙ беҙҙе берләштерһен!
#Башҡорттелекөнө2024#Дәүләкәнрайоны
#Деньбашкирскогоязыка2024#Давлекановскийрайон
Видео от Давлекановский районный Дом культуры


