Наследие….. Внук члена литературного объединения «Дим» Фарбиды6 декабрҙә йәмле Стәрлебаш ерендә республикабыҙҙа беренсе..
Наследие…..
Внук члена литературного объединения «Дим» Фарбиды Муллабаевой https://vk.com/id707204053?from=search
Расиля Ахметьянова
6 декабрҙә йәмле Стәрлебаш ерендә республикабыҙҙа беренсе тапҡыр төбәк-ара «Шаммас уҡыуҙары» үтте. Улым һәм уҡыусым Тимур менән миңә лә был матур сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе. Форум ҡыҫаларында бер нисә конкурс ойошторолды. Беҙ «Күңел моңом булыр ерем моңо…» тигән шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнаштыҡ. Тимур Рауил Шаммастың «Тәүге ҡар» тигән әҫәрен һайланы, сөнки ул тәүге ҡарҙы йыл да һағынып көтөп ала. Ә мин инде «Асайыҡсы донъя тәҙрәлен» шиғырын ятланым, сөнки был әҫәр ғаилә ҡиммәтәрен сағылдыра.
Шағирҙың улы Алмас Шаммасов шылтыратып йомғаҡлау сараһына саҡырғас бик ҡыуандыҡ, әммә юл мәсьәләһе килеп тыуҙы. Улымдың барыу теләге бик ҙур ине, етмәһә социаль селтәрҙә шағирға бағышланған төркөмдә Рауил Шаммастың яҡташыбыҙ халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов менән төшкән фотоһына юлыҡтым. Шулай итеп автобустар тураһында мәғлүмәт табып, Хоҙайға тапшырып юлға сыҡтыҡ.
Был сәйәхәт бер мөғжизә кеүек булды. Бараһын да Хоҙай Тәғәлә эшкәртеп, фәрештәләр оҙатып йөрөүенә иманым камил. Көн аяҙ матур ине, барғанда ла ҡайтҡанда ла бер автобустан икенсеһенә күскәндә көтөп тораһы ла булманы, һуңламаныҡ та. Стәрлебашҡа барып еткәс уның шундай матур урында урынлашҡанына һоҡландыҡ, район мәҙәният һарайында һәр ҡунаҡты сый-хөрмәт менән ҡаршы алдылар.
Тантаналы сарала «Шаммас уҡыуҙары» төбәк-ара форумына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, Башҡортостан Нәшриәт йортоноң ваҡытлы матбуғат таратыу бүлеге начальнигы Айнар Байбулатов, БР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, шағир Алмас Шаммас, сараны үткәреүҙә оло ярҙам күрһәткән иғәнәсе Муса Мәжитов һ.б. тәбрикләне. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, шағирҙар Әхмәр Үтәбай, Гөлнара Хәлфетдинова, Айҙар Хөсәйенов, Фәрит Әхмәҙиев, Леонид Соколов, яҙыусы Салауат Кәримов Рауил Шаммастың күп ҡырлы ижадына байҡау яһап, оло баһа бирҙе. Сығыштар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов, Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Мәхмүд Фәтыйхов һәм Стәрлебаш районы үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының йыр-бейеүҙәре менән аралашып барҙы.
Конкурстарҙа еңеүселәргә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Тимур 1се, мин 2се урындар менән билдәләндек. Һәм бына тағы бер ҡыҙыҡ. Быйыл бер нисә тапҡыр Өфөләге Динопаркҡа барырға ынтылдыҡ, әммә юл төшмәне. Ә конкурста еңгән өсөн тап шул ял үтеү үҙәгенең хужаһы Муса Мәжитов ғаиләбеҙгә бушлай сертификат тапшырҙы.
Бындай мәртәбәле сарала ҡатнашыу, сәләттәреңде һынап ҡарау, билдәле яҙыусылар менән осрашыу үҙе үк ҡыуаныслы һәм рухи аҙыҡ биреүе менән файҙалы. Диплом, бүләктәр булыуы тағы ла нығраҡ ҡанатландыра, бигрәк тә балаларҙы. Был осраҡта улар айырым иғтибар һәм йыйылыҡ менән әҙерләнгән ине. Алмас Рауил улы үҙенең һәм атаһының бүләк итеп тапшырылаһы һәр китабына изге теләктәрен яҙған.
Йөкмәткеле сараны ойоштороуға үҙ өлөшөн кереткән һәр кемгә, шәхсән шағирҙын улы Алмас Шаммасовҡа, жюри ағзаларына, иғәнәселәргә, киң күңелле Стәрлебаш халҡына рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. «Шаммас уҡыуҙары»ның ғүмерле булыуын, төрлө йәштәге әҙәбиәт һөйөүселәр араһында яңынан-яңы таланттар асыуын теләйбеҙ!









