«Башҡортостан» (Л.Абдуллина) Башҡортостан – башҡорт иле, Унда..
«Башҡортостан» (Л.Абдуллина)
Башҡортостан – башҡорт иле,
Унда ҡымыҙ бешәләр.
Сәскә атып, балға тулған
Умарталай йүкәләр.
Йәшел тирмә ҡорған бабам
Уралтауҙың үҙендә.
Ерен һөйөп, антын әйткәс –
Халҡы тора һүҙендә.
Һәр быуынға мираҫ булып
Күсә башҡорт телебеҙ.
Башҡорт ҡалаларна бай
Беҙҙең башҡорт илебеҙ.
#Давлеканово #культурадавлеканово #МузейАхияраХакимова #кудасходитьдавлеканово #башкортостан_республика #башкортостан


