Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

Дәүләкән районынан килгән ҡунаҡтар Ш. Бабич музейы менән танышып..

2024-05-03 05:05:06 GMT+00:00Музей Шайхзады Бабича
Дәүләкән районынан килгән ҡунаҡтар Ш. Бабич музейы менән танышып сыҡтылар. Юл ыңғайы булып, ваҡыттары бик тар булыуға ҡарамаҫтан, «Бабичты» күрергә насип булғанға бик шат ине улар:шағирә, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы, Дәүләкән районының » Дим» әҙәби берекмәһенең етәксеһе- Хәлилова Миңзәлә Вәсил ҡыҙы, журналист, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы-Ғәскәрова Гөлфирә Ильяс ҡыҙы, ветеран уҡытыусы, «Дим» әҙәби берекмәһенең ағзаһы- Муллабаева Фәриҙә Булат ҡыҙы, Ә. Хәкимов музейы директоры, Батырлыҡ ордены кавалеры- Ғәлимов Марсель Айрат улы.