Бөгөн Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар..
Минзаля Халилова
Бөгөн Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы һәм » Бельское просторы» журналы менән берлектә ойошторолған » Салауат ерендә» исемле тәржемәселәр конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһы уҙҙы. Дәүләкән районынан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, » Дим» әҙәби берекмәһе ағзаһы, тәржемәсе, Әхиәр Хәким премияһы лауреаты Гөлфирә Ильяс ҡыҙы Ғәскәрова ошо конкурстың еңеүселәре исемлегендә! Беҙ уны был уңышы менән ҡотлайбыҙ! Алға, еңеүҙәргә, Гөлфирә Ильяс ҡыҙы! 3- сө башҡорт гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алина Ильясова өсөн дә бик шатбыҙ! Дәүләкәндәргә афарин!


