Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

#Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана Бөгөн..

2024-01-10 13:20:30 GMT+00:00Литература Башкортостана
#Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана

Бөгөн танылған ғалим, әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, 2017—2022 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе, филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре,
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры [id652937033|Зәки Арыҫлан улы Әлибаевтың] тыуған көнө! Милләтебеҙҙең арҙаҡлы улына Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә именлеге, аҡ бәхеттәр һәм, әлбиттә,  әҙәбиәт һәм мәғариф өлкәһендәге тынғыһыҙ эшмәкәрлегендә уңыштар теләйбеҙ!

Зәки Арыҫлан улы Әлибаев 1967 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. 1974—1984 йылдарҙа урындағы урта мәктәптә уҡый. Өлкән синыфтарҙа әҙәби ижадҡа ылыға, республика балалар һәм үҫмерҙәр матбуғаты менән бәйләнеш тота. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә, һуңғы курстарҙа әҙәбиәт белеме буйынса ғилми тикшеренеүҙәр башлай.

1985 йылдың июленән 1988 йылдың майына саҡлы Мурманск өлкәһенең Североморск ҡалаһында СССР Хәрби-Диңгеҙ Флотында хеҙмәт итә. Хәрби званиеһы — I статья старшинаһы.

1992 йылда уҡыуын тамамлағандан һуң, Зәки Әлибаев БДУ-ла эшкә ҡалдырыла: ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент була. Анкаралағы Гази университетында (Төркиә), Таулы Алтай дәүләт университетында белемен камиллаштыра.

1994 йылдың авгусы — 1996 йылдың ноябре, 1997 йылдың октябре — 2002 йылдың июленә тиклем БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында декан урынбаҫары вазифаһында тир түгә, 2002 йылдың июле — 2009 йылдың авгусы — БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы доценты, ә 2009 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты була.

Башҡортостан Яҙыусылар союзында тәнҡит һәм әҙәбиәт белеме секцияһы етәксеһе булды, 2017  — 2022 йылдарҙа йәмәғәт ойошмаһының рәйесе вазифаһын башҡарҙы.

1992—1996 йылдарҙа Зәки Әлибаев ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының аспирантураһында уҡый, 1997 йылдың мартында «Хәҙерге заман башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте» тигән тема буйынса «филология фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Әҙәбиәт ғилеме һәм уҡытыу методикаһы буйынса илленән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хәҙерге заман башҡорт прозаһына эпик традицияларҙың тәьҫирен өйрәнеү, боронғо башҡорт эпостарында герой концепцияһын, «Урал батыр» эпосында башҡорт романы сығанаҡтарын тикшереү менән шөғөлләнә.

Роберт Байымов, Мирас Иҙелбаев, Зәйнәб Биишева, Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән һәм башҡа яҙыусылар ижадына бағышланған эштәре бар. Әҙәби һәм тәнҡит мәҡәләләре «Ватандаш», «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдарында, республика гәзиттәрендә баҫылып тора. 50-нән артыҡ фәнни хеҙмәте нәшер ителде.

Әҙәбиәт фәненә бәйле дисциплиналар буйынса махсус курстар алып бара. БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары уның етәкселегендә «Филология. Рәсәй халыҡтарының телдәре һәм әҙәбиәте» (төрөк төркөмө) тип аталған Бөтә Рәсәй студент олимпиадаһында ҡатнашып, 2014 йылда − беренсе, 2015 йылда — өсөнсө урын алды. Ижади йәштәр менән әүҙем эшләй, улар «Тулҡын» исемле гәзит нәшер итә.

2001—2007 йылдарҙа Анкарала төрөк телендә баҫылып сыҡҡан 35 томды үҙ эсенә алған «TURKI DUNYSI ORTAK EDEBIEATLARI» («Төрөк донъяһының дөйөм әҙәбиәте») йыйынтығының башҡортса өлөшөнөң авторҙашы.

Рәсәйҙәге төрлө кимәлдәге һәм сит илдәрҙә ойошторолған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт һүҙ сәнғәте үҫеше тураһындағы докладтар менән Астанала (Ҡаҙағстан), Стамбулда (Төркиә), Ашхабадта (Төркмәнстан) сығыш яһаны. Республика мәктәптәренә ғилми-методик ярҙам күрһәтә.

2022 йылдың 16 декабрендә Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.