Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

#Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана Шағирә һәм..

2023-09-04 18:00:23 GMT+00:00Литература Башкортостана
#Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана

Шағирә һәм ғалимә [id78740976|Олеся Әхмәтрәхимова] Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителде!

…Ғилми йәнле шағирә һин,
Шиғри йәнле ғалимә.
Һинең кеүек илһамиә –
Нағыш тыуған илемә! –

тип яҙғайны шағирә һәм ғалимә Олеся Әхмәтрәхимоваға бағышланған бер шиғырында уның ҡәләмдәше Ринат Сөләймәнов. Эйе, тәүге ҡарашҡа ҡапма-ҡаршы тойолған ике ижади йөктө бер юлы артмаҡлап, милли рухиәтте бар һәләте һәм дарманы менән һаҡлауға һәм үҫтереүгә тотонған ныҡышмал, дәртле зыялы ҡыҙ хөрмәт үә һоҡланыу тойғолары уятмай ҡалмай. Ике өлкәлә лә етди һәм ышаныслы аҙымдар яһап, ярайһы уҡ үрҙәр яулап өлгөргән бит ул: шағирә булараҡ – ике китап авторы, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы (2014 йыл), ғалимә сифатында – байтаҡ фәнни мәҡәләләр, монография, методик ҡулланмалар баҫтырыусы, халыҡ әкиәттәре йыйынтығын төҙөүсе, филология фәндәре кандидаты (2018), Өфө университеттарында өлкән уҡытыусы.

Тыуған ерҙән һут алып

Олеся Әхмәтрәхимова – Дәүләкән районы ҡыҙы. Рухи мираҫ ынйыларына бай төбәктә, “Заятүләк менән Һыуһылыу” ерендә, өләсәһенең әкиәттәрендә тәрбиәләнеп, мәҙәниәт һәм мәғрифәткә бәйле булған зыялылар ғаиләһендә үҫә Олеся. Ошо юғары зауыҡлы тәрбиә уның тормош юлын билдәләй, шәхси үҫешенә ҡанат ҡуя. Халыҡ ижадына, туған телгә һәм әҙәбиәткә ҡарата һөйөүе уны Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килә. Бында ул рухиәт даръяһына башкөллө сумып, ғалимдар, әҙиптәр мөхитендә ҡайнап, шиғриәт һәм ғилем юлдарында тәүге аҙымдарын яһай. Олеся Әхмәтрәхимова бик тырыш һәм яҡшы уҡыған студент булды, тип хәтерләй уҡытыусылары. Уҡыуҙы тамамлағансы ул башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы эргәһендәге “Шоңҡар” әҙәби-ижади берекмәһенең эшендә әүҙем ҡатнаша. Бер үк ваҡытта үҙенең тыуған районы менән дә ижади бәйләнешен өҙмәй. Ә.Хәкимов исемендәге “Дим”әҙәби берекмәһенең ағзаһы булараҡ, ”Дим тулҡындары”, “Йөрәктәр аһәңе”, “Йәйғор”, “Дәүләкән ынйылары” йыйынтыҡтарында, БДУ-ла “Шоңҡар тауышы” серияһында беренсе шиғырҙарын баҫтыра.

Олеся менән тәүге тапҡыр миңә 2011 йылда Бәләбәй ҡалаһында уҙған “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә осрашырға, икебеҙ ҙә лауреат булып, уның менән бер сәхнәгә күтәрелергә насип булды. Мөләйемлелеге, тыйнаҡлығы менән арбап торған ҡыҙҙа рухташымды, ижадташымды, ҡәләмдәш дуҫымды таптым шул мәлдә. Шул танышыуҙан бирле беҙҙең ижади бәйләнештәр өҙөлмәй, Олесяның Бәләбәйҙәге тәүге ҙур ҡаҙанышынан алып әлеге көнгә ҡәҙәре уңыштарын ғорурлыҡ һәм ҡыуаныс менән күҙәтеп барам.

Шағирәнең поэтик теле

2013 йылда уҡ “Китап” нәшриәтендә донъя күргән «Тау шишмәһе» тигән йыйынтығы менән Олеся Әхмәтрәхимова башҡорт әҙәбиәтендә үҙ тауышы барлығын танытҡайны. Быйыл баҫылып сыҡҡан «Тынғыһыҙ ел» китабы авторҙың үҙ тауышын һаҡлап ҡалыуын, тағы ла баҙыҡландырып ебәреүен иҫбат итте. Ысынлап та, О. Әхмәтрәхимованың шиғриәте поэтик стиле менән бүтән шағир-шағирәләрҙән шаҡтай айырылып тора. Ҡатын-ҡыҙ шиғриәте ғәҙәттә хис-тойғоларға бай була. Ә бына Олесяның шиғырҙарындағы лирик герой уҡыусыға күңелен шар асып бармай, ялҡынлы уты менән өтөп алмай, ә кинәйәләр усағында иҙрәтә. Бына “Төнгө уҙар” тигән шиғырҙан бер өҙөк:

…Йән толпары ярһып торғас,
Нисек түҙәһең?
Азатлыҡтың ҡоло булыу
Ҡанда, күрәһең…

Мәҡәләнең дауамын һылтанма аша үтеп уҡығыҙ👇

Мөнир ИҠСАНОВ,
РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Һүҙ бәҫен тойған шағирә лә, ғалимә лә ул

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2023-09-04/b-en-toy-an-sha-ir-l-alim-l-ul-3418659

Олеся Әхмәтрәхимова, йәш булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт әҙәбиәтенең үҫешенә тос өлөш индереп өлгөргән шағирә һәм ғалимә.