Версия для слабовидящих
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«МУЗЕЙ АХИЯРА ХАКИМОВА»

Ҡараҡаш, ҡара күҙ… Гөлшат САМАТОВА

Ҡараҡаш, ҡара күҙ…

(баласаҡ хәтирәләре)

Минең бөтә баласағым ике туған һеңлем Гүзәл менән бәйле кеүек. Таң атыу менән йоҡларға ваҡыт еткәнсе оҙатып йөрөй ул мине. Бер ҡарағанда эскерһеҙ генә кеүек, ә шулай ҙа мәрәкә генә ул. Бөгөн килеп миңә шундай хәбәр һалды. Имеш, төнгө сәғәт ун икелә, көҙгө алып ҡарбаҙға төшһәң, үҙеңдең буласаҡ иреңде күрерһең, ти. Шунан серле итеп һөйләп китә. Әкрен генә, баҫҡыс буйлап, ҡарбаҙға төшәһең. Мотлаҡ айлы төн булырға, ай яҡтыһы ҡарбаҙға төшөп торорға тейеш. Көҙгөнө алдына, йөҙөнә ҡаратып баҫаһың һәм көҙгөнән һинең артында кем барын ҡарайһың, ти. Һәм көҙгөлә күренә имеш: иң алда буласаҡ ирең, уның артында уның ата-әсәһе, туғандары, ә иң һуңынан – оҙон аҡ һаҡаллы ҡарт баҫып торор, имеш. Ошоларҙы күҙәткәс, көҙгөнө күкрәгеңә ҡыҫып, шым ғына, артыңа әйләнеп ҡарамайынса, ҡарбаҙҙан сығып, бер кем менән дә һөйләшмәй, кереп ятырға. Көҙгөнө мендәр аҫтына ҡуйырға. Хатта төшөңә лә ул төндө буласаҡ кейәү керер, ти. Ә инде түҙмәйенсә әйләнеп ҡараһаң, бөтәһе юҡҡа сығыр, тик аҡ һаҡаллы ҡарт ҡына ҡалыр ҙа һине һаҡалы менән быуыр, ти. Гүзәлдең ошо хәбәренән һуң, ҡараңғы төндә түгел, көпә-көндөҙ ҡарбаҙға төшөү оло ғазапҡа әйләнде. Бөтә һөт ризыҡтары шунда һаҡланғанлыҡтан, көнөнә дүрт-биш тапҡыр ҡарбаҙға төшөргә тура килә ине. Һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡ биҙрә-биҙрә, кәстрүл-кәстрүл шунда һаҡлана. Инәйем күберәк мине төшөрә йомош менән. Гүзәлдең шомло хәбәренән һуң, ҡарбаҙҙы асыуым була, аҡ һаҡаллы ҡарт, мине генә көткән кеүек, эләктереп алыр кеүек. Инәйемдең күҙенә салынмаҫҡа, йырағыраҡ йөрөргә тырышам. Ҡарбаҙҡа шулай ҙа төшөргә тура килһә, йәнемде усыма йомарлап, уҡына уҡына, шыбыр тиргә батып килеп сығам ҡарбаҙҙан, һөт, ҡаймаҡ алып. Эй, ул ҡурҡыуҙарым. Көндөҙ ҡарбаҙ янын урап үтә башланым. Етмәһә, Гүзәл килеп үртәй. Ҡурҡҡанымды уға белгертмәйем. Эстән янам, һыҙам, кемдән ярҙам һорарға белмәйем. Гүзәл маҡтана. Төнгө сәғәт ун ике етеү менән, көҙгө алып ҡарбаҙға төштөм, ти. Көҙгөнән артымда кемдәр тороуын ҡараһам, иң беренсе булып шундай матур, ҡап-ҡара сәсле, ҡап-ҡара күҙле, ҡыйғас ҡара ҡашлы сибәр егет баҫып тора. Уның артында туғандары, ә иң һуңынан аҡ һаҡаллы ҡарт баҫып тора, ине тип, хәбәрен дауам итә ул. Иҫем дә китмәне, әкрен генә көҙгөнө күкрәгемә ҡыҫтым да, ҡарбаҙҙан сыҡҡас та ятып йоҡланым. Төшөмә лә шул егет керҙе, сибәрлеген күрһәң, беҙҙең ауылда ундай егет юҡ әлегә, тип маҡтанды ла һораулы ҡарашын миңә төбәне. Ә һин төшөп ҡараныңмы, имеш. Мин көҙгө табалманым, оло семәрле көҙгөнө алып төшөп булмай бит инде, тигән булдым. Ә мин һиңә атайымдың ҡырына торған көҙгөһөн алып килеп торормон, йүгереп кенә, тик ватып ҡуйма, тип алдан уҡ киҫәтеп ҡуйҙы Гүзәл. Өҫтөмә һалҡын һыу һиптеләрме ни. Көҙгө алып килһә, төшөргә тура киләсәк ҡарбаҙға. Алдашып һөйләп булмай бит инде, күрмәгәнде күрҙем тип. Эстән генә атаһының көҙгөһө ватылыуын теләйем. Төндә ҡарбаҙға төшһәм, кире иҫән сыға алмаҫмын кеүек. Шулай ҡайғырып йөрөй торғас, бер нисә көн үтеп китте. Гүзәл дә күренмәне ул көндәрҙә. Уның килмәүенең сәбәбен инәйемдән белдем. Атаһы ныҡ ауырып китеп, ҡалаға балнисҡа оҙатҡандар икән. Гүзәл дә әсәһе менән шунда киткән. Гүзәл өйҙә булмауҙан ғына минең ҡурҡыу кәмемәне. Күрше йәштәш ҡыҙыҡайға һөйләмәй булдыра алманым. Ул аптырап миңә ҡарап торҙо ла, әйҙә, киттек, ҡарбаҙығыҙҙы ҡарайыҡ, тине. Икәүләп ҡарбаҙға төштөк. Ул ҡарбаҙҙың эсен оҙаҡ ҡына күҙәтеп торҙо ла, юҡ, бында ул ҡәҙәре кеше һыймай, бында бер кем дә күренмәйәсәк тә, булмаясаҡ та, тигән һығымта яһап, эре генә алдан ҡарбаҙҙан сыҡты. Икәүләп ҡарбаҙ ҡапҡасын ябып, өҫтөнә ултырып, уйға ҡалдыҡ. Күңел тынысланып ҡалды. Күрше ҡыҙыҡай бер-нисә көндән төндә ағаһы менән көҙгө алып ҡарбаҙға төшөүҙәрен, тик бер нәмә күрмәүҙәрен, һөйләне. Гүзәлдең ҡаланан ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Күрше ҡыҙының да ҡарбаҙға буласаҡ кейәүен күрергә көҙгө алып төшөүен, тик бер кемде лә күрмәүен һөйләргә ашыҡтым. Ул тыныс ҡына тыңлап торҙо ла, ағаһынан ҡурҡҡандар, тигән һығымтаға килде. Уның яуабы һәр нәмәгә әҙер шул…

 

…Йылдар үтте. Баласаҡ артта ҡалды. Яҙмыш елдәре бер ауылға ҡайтарҙы, берсә алып китте, тағы ла кире ҡайтарҙы. Башта миңә Шафран интернат мәктәбендә уҡырға тура килде. Ә Гүзәл баш ҡалала, 1-се интернат-мәктәптә уҡыны. Беҙ оҙаҡ йылдар осраша алманыҡ. Бик юҡһына инем уны. Уның саялығы, тәкәбберлеге етмәй ине миңә. Гел һағынып иҫкә ала инем бала саҡтарҙы. Бер көн, матур йәй көнөндә, эштән ҡайтып килгәндә, бер танышым:

– Ишеттеңме, Гүзәл кейәүгә сыҡҡан, кейәүе менән ҡайтҡан, – тип хәбәр һалмаһынмы. Мин өйгә ҡайтып тормай, таныш, баласаҡтан үтә яҡын булған өйгә табан атлайым. Аяҡтарым үҙенән-үҙе алып китте шул яҡҡа табан. Сөнки унда баласаҡтың айырылғыһыҙ бер өлөшөн алып торған Гүзәл ҡайтҡайны. Ҡапҡа төптәрендә матур машина тора, ихатала кешеләр күренә. Мин әкрен генә бәләкәй ҡапҡаны асып эскә үтәм. Ҡаршыма ҡолас йәйеп бер оҙон буйлы һылыу ҡыҙ атлай. Гүзәл! Шул уҡ һынаулы тура ҡараш. Оҙон сәстәр иңбашына һибелгән. Беҙ бер мәл генә бер-беребеҙгә һыйынып тын торабыҙ. Бөтә баласаҡ күҙ алдынан үткән кеүек. Мине уйҙарымдан Гүзәлдең шат тауышы айыра:

– Ә бына был егет – минең тормош иптәшем Зөфәр, ирем инде, – тип Гүзәл ҡысҡырып көлөп ебәрә. Мин күтәрелеп уның артында баҫып торған егеткә ҡарайым да телһеҙ ҡалам…”…Көҙгөнән артымда кемдәр тороуын ҡараһам, иң беренсе булып шундай матур, ҡап-ҡара сәсле, ҡап-ҡара күҙле, ҡыйғас ҡара ҡашлы, шундай сибәр егет баҫып тора…” – тип баласаҡта һөйләгәндәре иҫкә төшөп хайран ҡалыуҙан, бер аҙ өндәшә алмайыраҡ торам. Сөнки ҡаршымда Гүзәл һөйләгәндәр әйләнеп ҡайтҡан кеүек, сөм-ҡара күҙле, ҡыйғас ҡара ҡашлы, ҡуйы ҡара сәсле, һыу һөлөгө кеүек егет, йылмайып күрешергә ҡул һуҙып тора…

Авторы Гөлшат САМАТОВА